«Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0»!

Апрель 22, 2025 Просмотров: 110
       Башҡорт телен өйрәнеүҙә төрлө уйындар   балаларҙың телмәр үҫеше өсөн ҙур роль уйнай. Беҙҙең ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды вәкиле, Башҡортостандың йәш яҡташтар Ассоциацияһы рәйесе, йәштәр һәм өлкәндәр араһында телде үҫтереүгә йүнәлтелгән «Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0» проектының кураторы –Айбулат Айзат улы Йәмилов мәктәп уҡыусылары өсөн  башҡорт теленән яңыса уйындар бүләк итте. Уҡыусылар исеменән Айбулат Айзат улына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Эшендә уңыштар юлдаш булһын!