Конкурс ""Мостай уҡыуҙары"
Ноябрь 1, 2023
Просмотров: 26
30 сентябрҙан алып 30 октябрға тиклем "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара конкурс иғлан ителгәйне. Бөгөн, 1 ноябрь көндө, ошо конкурстың еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү сараһы үтте. Өс номинацияла республикабыҙҙың төрлө райондарынан уҡыусылар һәм уҡытыусылар көс һынашҡан. Ә инде М. Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса ойошторолған этно-квизда 10500 кеше ҡатнашҡан. Был конкурста Йөннө мәктәбенән ике уҡыусы призер исемен яуланы. Яҡупова Алина(етәксеһе Миңнеғолова Ф.Ә.) һәм Сәғетдинова Ландыш (етәксеһе Фәрүәзова Р. Ф.). Сарала шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы ла бар ине. Ул балаларҙы тәбрикләне һәм уңыштар теләне.