Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн-диктант
Апрель 23, 2022
Просмотров: 46
Бөгөнгө башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында Йөннө мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары бик әүҙем ҡатнашты. Был акцияның маҡсаты – ҡатнашыусыларҙың хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу, телгә һөйөү уятыу. Диктант тексты “Ҡаһым түрә” риүәйәтенән өҙөк алынды. Диктант яҙылып бөткәс, бөтә ҡатнашыусыларға ла сертификат тапшырылды.